Хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙҙә халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй, шуға күрә ҡалала ғына түгел, ауылда ла уңайлы шарттар тәьмин итергә тейешбеҙ. Ә яратҡан эше менән шөғөлләнһен, күҙҙәре янып торһон өсөн балаларҙы секцияға, һәйбәт тренерға йөрөтөү мөмкинлегенең булмауы уңайлы тормошмо һуң?».
Әлеге ваҡытта спорттың 11 төрө буйынса тәүге 15 тренер билдәләнгән дә инде. Уларға йыл аҙағына тиклем 600 мең һум бирелә. Андрей Назаров һүҙҙәренсә, был башланғыс киләһе йылда ла дауам итә.