Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 17:35

Ветеринар хеҙмәтенең торошо менән танышты

Районда эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин булып китте.

Районда эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин булып китте.
Район хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, уның килеүенең маҡсаты ауылдарҙағы ветеринар участ­каларҙы һәм уларҙағы ремонт эштәрен тикшереү ине. Арҡауыл һәм Лағыр ветеринар участ­каларына эшләнгән капиталь ремонтты ҡарап сыҡҡас, Азат Салауат улы Сулпан һәм Лағыр ауылдары үләт соҡорҙарын хеҙмәтлән­дереүгә һәм уларҙың торошона баһа бирҙе.
Һуңынан Азат Йыһаншин Салауат район ветеринар станцияһы коллективы менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда район башлығы Марс Кашапов та ҡатнашты.
Читайте нас