Штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк. Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә ҡулға алыуҙы күҙ уңында тота. Әгәр штрафты ҡарар сығарылған көндән алып 20 көн эсендә түләгән осраҡта уны штраф суммаһынан 50 процентын ғына түләргә мөмкин.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре операцияны уҙғарыу барышында водителдәрҙең бурысы бармы-юҡмы икәнен тикшерә.
Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ рәсми сайтында йәки дәүләт хеҙмәттәре сайтында алырға мөмкин.