Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 12:10

Ҙур мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары эшләй

"Мәғариф" милли проектының "Үргә ос" белем биреү проекты сиктәрендә республикабыҙҙағы бөтә ҙур мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары барлыҡҡа килде.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

"Мәғариф" милли проектының "Үргә ос" белем биреү проекты сиктәрендә республикабыҙҙағы бөтә ҙур мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары барлыҡҡа килде.
Уҡыусыларҙың тештәрен дауалау бүлмәһе Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһында ла эшләй башланы. Бында стоматология ярҙамы күрһәтеү стандарттарына яуап биргән хәҙерге заман ҡоролмаһы ҡуйылған. Әлеге кабинетта 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡаралыу үткән дә инде. Гимназистар тикшерелеп бөткәс, башҡа белем усаҡтарынан да балалар ҡараласаҡ. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тәжрибәле табип-стоматолог Асия Нурисламова ҡабул итә.
Читайте нас