0 °С
Ясно


Көньяҡ Урал өҫтөндә өйөрөлгән циклоник дауыл арҡаһында йәкшәмбе, 20 сентябрҙә, һауа торошо бөтөнләй боҙола. Тотош республикала ямғыр яуа башлай. Һауа температураһы көндөҙ +7,+12 градустан юғары күтәрелмәй.
«Ошо циклондың артҡы өлөштә арктик һауа килә, шуға күрә киләһе аҙнаның башында төндә һәм иртәнурыны менән епшек ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы ихтимал», — тип хәбәр итте синоптиктар.