Новости
17 Сентября 2020, 09:40

Шайморатов кластары булдырыла

Башҡортостан мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырыла. Республика Хөкүмәтенең был туралағы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт порта­лында баҫылған.

Башҡортостан мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырыла. Республика Хөкүмәтенең был туралағы ҡарары хоҡуҡи мәғлүмәт порта­лында баҫылған.
Кластар Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернаты, Өфөнөң 44-се һәм 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәптәрендә барлыҡҡа килде. Был мәктәптәрҙә Шайморатов генералға арналған кабинет-музейҙар эшләнәсәк. Шайморатов кластарында уҡығандар өсөн берҙәм мәктәп формаһы индереү планлаштырыла, юғары уңыштар өсөн балаларҙы “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләйәсәктәр.
Шайморатов исемендәге кластарға уҡыусыларҙы ҡабул итеү, юл картаһына ярашлы, 2020 йылдың авгусында тормошҡа ашырылған. Кластарҙың педагогтары өсөн һөнәри тренингтар ойошторола. Тантаналы рәүештә “шайморатовсы” тип таныу Республика көнөндә – 11 октябрҙә булыр, тип планлаштырыла.
Читайте нас