+9 °С
Ясно


Сәбәптәр араһында айырыуса алкоголь кардиомиопатияһы (390 осраҡ) алкоголь менән ағыуланыу (190) киң таралған.
Алкоголизмдан үлем 100 мең кешегә 18,4 осраҡ тәшкил итә. Быны инфекция (22,2), үҙ-үҙеңә ҡул һалыу (18,2), транспортта бәхетһеҙ осраҡтарҙың бөтә төрҙәре (12,7) менән сағыштырырға мөмкин.
Ҡала халҡының алкоголдән үлем коэффициенты 100 мең кешегә – 12, ауылда иһә 29 осраҡ тәшкил иткән.
2019 йылдың аҙағына 27,5 мең ир-егет һәм 8,5 мең ҡатын-ҡыҙ «алкоголизм» йәки «алкоголь психоз» диагнозы менән наркодиспансерҙарҙа иҫәптә торған.
Һуңғы биш йылда 5,6 мең кеше иҫәптән төшөрөлгән.