Башҡортостан ошо маҡсатта 659,3 миллион һум аҡса аласаҡ. Ул өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәргә тотоноласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 июненән өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ пособиеларҙы аҙ килемле ғаиләләргә түләй башланылар. Түләүҙәр күләме төбәктәге йәшәү минимумының 50 процентына тиң. Башҡортостанда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 9 442 һум тәшкил итә, шуға ярашлы түләү күләме - 4 721 һум.