+19 °С
Дождь


2020 йылдың башында Президент Владимир Путин башланғыс синыф уҡыусылары өсөн ҡайнар ашты бушлай итергә тәҡдим иткәйне. Ошо уңайҙан Рәсәй төбәктәренә 100 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк.
Был хаҡта 2020 – 2022 йылдарға раҫланған Хөкүмәт проектында белдерелә. Документта 58 төбәктә бөтә белем биреү учреждениеларының да I – IV синыфтарҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер булыуы күрһәтелә.