Новости
30 Июля 2020, 07:10

Ҡорбан ғәйетен өйҙә үткәрәбеҙ

Салауат районында Ҡорбан байрамы үткәрелмәйәсәк. Шундай ҡарарға Салауат районы Хакимиәте корона­вирус инфекцияһының тара­лыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында килде.

Салауат районында Ҡорбан байрамы үткәрелмәйәсәк.
Шундай ҡарарға Салауат районы Хакимиәте корона­вирус инфекцияһының тара­лыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында килде.
Роспотребнадзор вәкиле Зинаида Зәйнетдинова һәм Малаяҙ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айһылыу Изместьева әйтеүҙәренсә, районда вируслы пневмония ауырыуы буйынса хәл ҡатмарлы ҡала. Шуға күрә халыҡ күпләп тупланған сара һәм байрамдарҙы үткәрмәү хәйерлерәк.
Район башлығы Марс Кашапов билдәләүенсә, күрше райондарҙа байрамды уҙғармайҙар. Салауат районында ла байрам намаҙҙары һәм ҡорбан салыу мәсеттерҙә булмаясаҡ. Шуға күрә мәсеттәргә халыҡтың килмәүе һорала. (31 июль, 1 һәм 2 август). Байрам намаҙҙарын уҡыу, ҡорбан салыу тик үҙ йорттарында ғына башҡарыу рөхсәт ителә.
Читайте нас