Новости
23 Июля 2020, 07:05

Өфөлә гематология һәм балалар онкологияһы үҙәге буласаҡ

Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында гематология һәм балалар онкологияһы үҙәге төҙөмәкселәр. Бындай медицина учреждениеһына мохтажлыҡ Башҡортостанда күптән бар, ата-әсәләр ауырыған балалары менән Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа барырға мәжбүр. Әле бөтәһе 800-ләгән бала күҙәтеү аҫтында, Ә Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлеге 45 урынға ғына иҫәпләнгән.Төҙөләсәк үҙәкте "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына индерәсәктәр.

Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында гематология һәм балалар онкологияһы үҙәге төҙөмәкселәр.

Бындай медицина учреждениеһына мохтажлыҡ Башҡортостанда күптән бар, ата-әсәләр ауырыған балалары менән Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа барырға мәжбүр. Әле бөтәһе 800-ләгән бала күҙәтеү аҫтында, Ә Республика балалар клиник дауаханаһының онкогематология бүлеге 45 урынға ғына иҫәпләнгән.

Төҙөләсәк үҙәкте "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына индерәсәктәр.

Был федераль ҡаҙнанан да финанслау мөмкинлеген бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Торатау" конгрес-холында республиканың медицина вәкилдәре менән осрашыуында ошо турала билдәле булды.

Читайте нас