Новости
16 Июля 2020, 06:00

РЕСПУБЛИКА КЛИНИК ОНКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫНА ЯПОНИЯЛА ЕТЕШТЕРЕЛГӘН ГЕМАТОЛОГИК АНАЛИЗАТОР АЛЫНДЫ

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Республика клиник онкология диспансеры гематологик анализатор алды.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Республика клиник онкология диспансеры гематологик анализатор алды.

Японияның Сисмекс Корпорейшн компанияһы етештергән NX-10 гематологик анализаторы элек тик эре лабораторияларҙа юғары етештереүсәнле анализаторҙарҙы ҡулланып ҡына алып булған диагностик параметрҙарҙы билдәләй ала.

Приборҙы өлгөләрҙең киң һайлауы айырып тора: ҡан, капилляр ҡаны, перитонеаль диализ, арҡа мейеһе, синовиаль, плевраль һәм асцит шыйыҡсалары. Юғары етештереүсәнле һәм параметрҙарҙың киң спектры булған заманса гематологик анализатор экспресс-лабораторияның клиник-диагностик эше сифатын арттырырға ярҙам итәсәк, - тип билдәләйҙәр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә.

Читайте нас