

Ошо проект ярҙамында сәнғәт мәктәбенә йөрөгән балаларҙы яңы уҡыу йылында яңыртылған тамаша залында өр-яңы “Kawai” рояле көтә. Өҫтәмә белем биреү шарттарын яҡшыртыу өсөн йәнә 40 мольберт, ҡом менән һүрәт яһау өсөн 14 өҫтәл, 32 уҡыу йыһазы комплекты, банкеткалар, “Никон” фото-видео камераһы, ноутбук, интерактив таҡталар, ике проектор һәм экран, уҡыу ҡулланмалары, стендтар һатып алынды.
Әле Бәләбәйҙәге сәнғәт мәктәбендә 860 бала белем ала. Уҡыу йорто етәкселеге яңыртылған матди-техник база уҡыусыларға ижадта яңы еңеүҙәр яуларға булышлыҡ итер, тип ышана.
Әйткәндәй, һуңғы айҙарҙа мәктәптең алты уҡыусыһы “Дуҫлыҡ күпере-2020” төбәк-ара балалар һынлы сәнғәт конкурс-күргәҙмәһендә I, II, III дәрәжә лауреаттары, музыка бүлегендә уҡығандар “Хәйерле юлға” Бөтә Рәсәй ансамбль оҫталығы конкурсы, “Талант ҡанаттарында” халыҡ ара конкурсы һ.б. лауреаттары булды.