Новости
23 Июня 2020, 08:30

Яңы евроконтейнерҙар алыу дауам ителәсәк

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторы 450 яңы евроконтейнер алды. Оҙаҡламай улар баш ҡалабыҙҙа һәм райондарҙа ҡуйыла башлаясаҡ. Контейнерҙарҙың был партияһы яңыртылған: һәр береһе ҙур һәм ваҡ сүп-сар өсөн уңайлы итеп асылыусы ике ҡапҡас менән йыһазландырылған.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш иткән төбәк операторы 450 яңы евроконтейнер алды.

Оҙаҡламай улар баш ҡалабыҙҙа һәм райондарҙа ҡуйыла башлаясаҡ. Контейнерҙарҙың был партияһы яңыртылған: һәр береһе ҙур һәм ваҡ сүп-сар өсөн уңайлы итеп асылыусы ике ҡапҡас менән йыһазландырылған.

Контейнер паркын яңыртыу – «Экология» милли проекты сиктәрендә ҡуйылған өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, шуға ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн яңы сүп-сар һауыттарын һатып алыу дауам ителәсәк.

– Беҙ 2 мең 500-ҙән ашыу хәҙерге заман контейнерҙарын алдыҡ, шуларҙың 849-ы пластик әйбер, быяла һәм ҡағыҙ ҡалдыҡтарын айырым йыйыу өсөн тәғәйенләнгән, – тип аңлатты был төбәк операторының матбуғат сәркәтибе Андрей Яматин.

Читайте нас