Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3-тән 7 йәшкә тиклемге балаға аҡса алыусылар исемлеге киңәйтелде. Әгәр элек түләү алыу өсөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләнең барлыҡ эшкә һәләтле ағзалары эшләргә йәки белем биреү ойошмаһында көндөҙгө бүлектә уҡырға тейеш булһа, хәҙер иһә был сикләү бөтөрөлдө.
Ата-әсәнең эшләп йәки уҡып йөрөүе мотлаҡ тип һаналмай. Граждандарға ғариза биреү ҙә етә. Барлыҡ кәрәкле документтар улар ҡарамағында булған органдарҙа ведомство-ара эш итеү юлы менән һорап алына.