«Һеҙ әле үк ғариза бирә һәм тауыш биреү уңайлы булған участкаға беркетелә алаһығыҙ. Процедура өйҙә тауыш биреүҙе лә күҙ уңында тота. Участка һайлау комиссиялары ағзалары фатирға инмәй. Тауыш биреүселәргә ғариза бланкы, бирсәткә, ручка, антисептик салфетка тапшырыла. Участка һайлау комиссиялары ағзалары өсөн дә битлектәр, бирсәткәләр, антисептиктар, экрандар һатып алдыҡ», – тип һөйләне Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко «Берҙәм Рәсәй» партияһының Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙе ойоштороу буйынса сираттағы онлайн-лекторийында.
Уның һүҙҙәренсә, бюллетендә Конституцияға үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы тигән бер генә һорау була. Шуға күрә Үҙәк һайлау комиссияһы анкеталарҙы бер төн эсендә эшкәртергә һәм 2 июлдә үк тауыш биреү һөҙөмтәләрен алырға иҫәп тота.