Медицина хеҙмәткәрҙәренә Пирогов ордендары һәм Лука Крымский миҙалдары тапшырыласаҡ. Орден менән ғәҙәттән тыш хәлдәр, эпидемиялар, хәрби хәрәкәттәр һәм ғүмер өсөн хәүефле булған башҡа шарттарҙа медицина ярҙамы күрһәткән өсөн бүләкләйәсәктәр. Миҙалды һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ҡаҙаныштары, медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойоштороуға, йәмәғәт һаулығын һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн табиптарға, кесе медицина персоналына тапшырасаҡтар. Миҙалды шулай уҡ медицина ойошмаларының башҡа хеҙмәткәрҙәре лә ала аласаҡ.