Новости
19 Июня 2020, 13:57

Мәҙәниәт усаҡтарында Хәтер көнөнә саралар

Йыл һайын 22 июндә Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн Хәтер көнө булараҡ билдәләнә.Тап шул көндө 1941 йылдың йәйендә илебеҙ тарихында иң ҡурҡыныс һуғыш башлана. Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары Хәтер көнөнә арналған төрлө саралар әҙерләгән.

Йыл һайын 22 июндә Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн Хәтер көнө булараҡ билдәләнә.
Тап шул көндө 1941 йылдың йәйендә илебеҙ тарихында иң ҡурҡыныс һуғыш башлана. Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары Хәтер көнөнә арналған төрлө саралар әҙерләгән: акциялар, флешмобтар, видеопрезентациялар, спектаклдәр, лекциялар һ. б. БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эпидемиологик хәл менән бәйле барлыҡ саралар ҙа онлайн режимда үтә. Тулы исемлек һәм саралар графигы менән ошонда танышырға мөмкин.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.
Читайте нас