Бөгөн, 18 июндә, «Торатау» конгресс-холында «Башҡорт теле: яңы ҡараш» тип аталған сарала башҡорт телен популярлаштырыу проекттары тәҡдим ителә.
Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора. Мобиль ҡушымта, интернет ресурстары, дистанциялы курс авторҙары онлайн һәм офлайн форматтарҙа үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк. Киң аудитория өсөн БСТ телеканалы эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура трансляция күрһәтеләсәк.
Презентация барышында ҡатнашыусыларға iTunes һәм «Бәйләнештә»ге беренсе башҡорт подкастары, «IQБалабаш», «Инофон», «Сәләм», «Башворд» ҡушымталары, «Аҫылташ» әүҙем үҫешкән йәштәр бренды тураһында һөйләйҙәр. Махсус ҡунаҡ булараҡ ZAINETDIN сығыш яһай.
Презентация 19.00 сәғәттә башлана.