Новости
16 Июнь 2020, 10:05

Һайлауға – бирсәткәлә һәм битлектә

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Роспотребнадзор Конституция буйынса тауыш биреүҙе ойоштороуға, үткәреүгә бәйле тәҡдимдәр сығарҙы. Һүҙ коронавирусҡа ҡаршы иҫкәртеү саралары хаҡында бара.

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Роспотребнадзор Конституция буйынса тауыш биреүҙе ойоштороуға, үткәреүгә бәйле тәҡдимдәр сығарҙы. Һүҙ коронавирусҡа ҡаршы иҫкәртеү саралары хаҡында бара.
Ил Президенты Владимир Путин 1 июлдә тауыш бирәсәгебеҙҙе билдәләне. Шулай итеп, һайлау участкаларына мотлаҡ битлектә килергә кәрәк. Комиссия ағзалары, күҙәтеүселәр, журналистар ҙа мотлаҡ битлектә һәм бирсәткәлә булырға тейеш. Көн дауамында уларҙың температураһын үлсәп торасаҡтар. Тауыш биреүгә килеүселәр иһә битлеген ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа сисеп тора ала, мәҫәлән, шәхесен тикшергәндә. Ә паспортты ҡулға тоттороу тыйыла. Һайлау бинаһына ингән ерҙә ҡулдарҙы йоғош­һоҙландырыусы препарат, битлек һәм бирсәткә таратыусы пункт та буласаҡ. Әлбиттә, дистанция тотоу мотлаҡ. 15 минут эсендә тауыш биреп, кире сығып китергә тейештәр. Һайлау бүлмәһендә ашау-эсеү тыйыла.
Читайте нас