1955 йылдың апрелендә Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Заһир Исмәғилевтың “Салауат Юлаев” операһының премьераһы үтә. Был Башҡортостандың һәм Өфө ҡалаһының музыка тормошонда әһәмиәтле сара була.
“Салауат Юлаев” операһы – башҡорт халҡының милли батыры тураһында тарихи-героик музыкаль драма. Тәүҙә ул 4 күренештән һәм 7 картинанан торһа, бөгөн ул эшкәртелеп, өс күренештән генә ғибәрәт. Баязит Бикбайҙың либреттоһы башҡорт телендә башҡарыла. Заһир Исмәғилевтың 100 йыллығына ул 2016 йылдың декабрендә бишенсе тапҡыр ҡуйыла.
Операның яҙылыу тарихы ла ҡыҙыҡ. Республикала Салауат Юлаевтың 200 йыллығы юбилейына әҙерләнеү сиктәрендә Мәскәүҙә үтәсәк башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте Декадаһына ла әҙерлек бара. Бында, әлбиттә, милли герой хаҡындағы операһыҙ сараны бер нисек тә күҙ алдына килтереп булмай. Либретта авторы Баязит Бикбай был эште йәш композитор Заһир Исмәғилевҡа йөкмәтә. Композитор Крәҫтиәндәр һуғышының бик күп архив материалдарын өйрәнә. 1954 йылдың июнендә “Салауат Юлаев” операһы Заһир Исмәғилевтың диплом эше булараҡ, дәүләт имтихан комиссияһына тәҡдим ителә һәм уны композитор “5”-легә яҡлай.
Сюжет нигеҙендә Крәҫтиәндәр һуғышы факттары (1773 – 1775 й.й.) һәм башҡорттарҙың унда ҡатнашыуы. Башҡорт атлылары батша ҡарарына буйһонмай, Пугачевҡа бара. Баш күтәреүселәр яғына уның атаһы Юлай ҙа, Салауат та сыға. Операла алдынғы урындарҙы күп кеше ҡатнашлығында сәхнә күренештәре алып тора. Бында башҡорт һәм рус халҡының дуҫлығы бәйән ителә. Үҙәк фигура – милли герой Салауат Юлаев. Композитор рус һәм башҡорт көйҙәрен оҫта ҡулланып, ария, ансамблдәр, оркестр эпизодтарын да өҫтәгән. Шулай ҙа башҡорт халыҡ йыры “Салауат” һәм рус йыры “Не шуми ты, мати, зеленая дубравушка” лейтмотив итеп алынған.
Операның премьераһы 1955 йылдың 15 апрелендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә. Республиканың музыка тормошонда был ҙур ваҡиға була. Ә Мәскәүҙә Декадала уны күрһәтеү Заһир Исмәғилевты иң күренекле совет композиторҙары рәтенә күтәрҙе.
Салауат Юлаев ролен РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, тәүге опера йырсыһы, сығышы менән Салауат районынан булған Хәбир Ғәлимов башҡара. Башҡа композиторҙарҙың да операларының үрге башҡарыусыһы ул була. Яҡташ-шағирыбыҙ Сафуан Әлибай: “Опера сәхнәһендә ул беренсе Салауат булды”, – ти. Тәүҙәрәк Хәбир Ғәлимов менән Заһир Исмәғилевты концерт эшмәкәрлеге берләштерә. Йәш ҡурайсы халыҡ йырҙарын башҡарғанда уға ҡушылып уйнай, ваҡыт үтеү менән улар тормошта ла, ижадта ла бик дуҫ булалар. Исмәғилев Мәскәүҙә консерваторияла уҡығанда Ғәлимовтарҙа йәшәй. Заһир Ғарип улы “Салауат Юлаев” операһын тап Хәбир Ғәлимов тауышына яраҡлаштырып яҙа, шуға күрә махсус рәүештә Лағыр ауылына барып, батырҙың тыуған яҡтарының ер, рух көсөн тоя. Йәш композитор операға көй яҙғанда, өлкәндәр уға боронғо көйҙәр, балладалар йырлай. Хәбир Ғәлимовтың тәбиғәттән матурлығы, баһадирҙарса буй-һыны, моңло тауышы композиторҙы легендар башҡорт халҡының образын тыуҙырырға илһамландыра ла инде.
Икенсе спектаклдә әйҙәүсе партияны билдәле йырсы – Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡара. РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллинды тап бына ошо партия билдәле итә. 18 йыл буйы театрҙа Салауат ролен ул йырлай. Ул Хәбир Ғәлимов тарафынан һалынған башҡарыу традицияһын артабан ижади үҫтереүен дауам итте.
Ошо опера өсөн Заһир Исмәғилевҡа – “РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре”, Мәғәфүр Хисмәтуллинға “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” исемдәре бирелә.
Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте (1955) декадаһындағы “Салауат Юлаев” операһының уңышлы күрһәтелеүе артабанғы популярлығын да билдәләне. Баш ҡала тамашасыһын әсир итте, тиһәк тә була. “Салауат Юлаев” операһы милли музыка-сәхнә сәнғәте символына әйләнде, күп быуын башҡарыусылар өсөн оҫталыҡ мәктәбе лә.
Салауат Юлаев музейында Заһир Исмәғилевтың “Салауат Юлаев” китабы (операның клавиры) һаҡлана. Уны автор үҙ ҡултамғаһы менән яҙып ҡалдырған: “Бөйөк Салауат вариҫтарына. Автор – СССР-ҙың халыҡ артисы З. Исмәғилев. 30. III – 1989 й.”.