Новости
10 Июня 2020, 06:00

Район мәҙәниәт йорто автобусын яңыртты

Был проектты, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ғәмәлгә ашыра. Конкурс буйынса һайлап алынып, мәҙәниәт учреж­дениела­рының матди-техник базаһын нығытыуға аҡса бүленә. Район мәҙәниәт йорто ла шул проект ярҙамында транспорт сараһын яңыртты.

Был проектты, “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ғәмәлгә ашыра. Конкурс буйынса һайлап алынып, мәҙәниәт учреж­дениела­рының матди-техник базаһын нығытыуға аҡса бүленә. Район мәҙәниәт йорто ла шул проект ярҙамында транспорт сараһын яңыртты.
– Быны беҙ күптән көтә инек. Сөнки 2003 йылдан бирле автобусыбыҙ яңыр­тылғаны юҡ ине, – тип шатлығы менән уртаҡлашты район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев (һүрәттә). – БР Мәҙәниәт министрлығы аша был проектта райондан өс учреждение ҡатнашты. Торналы ауыл мәҙәниәт йорто (мөдире – Винера Садиҡова) конкурстан үтте. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй тыуған илемдең мәҙәниәте” федераль проекты буйынса 4 млн. һум күләмендә грант оттоҡ. Шул аҡсаға районға микроавтобус алдыҡ, ә Торналы клубы фольклор-бейеү, вокаль ансамблдәр һәм алып барыусылар өсөн костюмдар, итектәр, сәхнәгә музыкаль-яҡтыртҡыс һәм мультимедия ҡоролмалары һатып аласаҡ. Шулай уҡ исемлектә музыка ҡоралдарынан ҡурай, ҡумыҙ, мандолина, гармун, акустик гитара, спорт инвентарҙары: бильярд, теннис өҫтәлдәре, өҫтәл уйындары, велотренажер ҙа бар. Проект ярҙамында Торналы ауылының мәҙәни тормошо тағы ла яҡшырыр, тип ышанабыҙ.
Ә 16 пассажир урынлы “Газель-Некст” микроавтобусында район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө сараларға йөрөйәсәк. Коронавирус менән бәйле сикләүҙәр бөтһөн генә. Ижади коллективтар, Балалар сәнғәт мәктәбенең йәш таланттары район, район-ара, республика, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәренә барасаҡ, артистар концерттар менән сығасаҡ. Яңы микроавтобус тәжрибәле водитель Владимир Токарьға беркетелгән.
Читайте нас