Новости
3 Июня 2020, 06:30

Өфө мэры Ҡала көнөн байрам итеүҙе күсереү тураһында белдерҙе

Өфө мэры Өлфәт Мостафин 2 июндә баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә быйыл Ҡала көнөн һуңыраҡ датаға күсерергә кәрәклеген белдерҙе.«12 июнь — Ҡала көнөн 11 октябрҙә Республика көнө менән бергә билдәләргә тигән тәҡдим индерелде.

Өфө мэры Өлфәт Мостафин 2 июндә баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә быйыл Ҡала көнөн һуңыраҡ датаға күсерергә кәрәклеген белдерҙе.

«12 июнь — Ҡала көнөн 11 октябрҙә Республика көнө менән бергә билдәләргә тигән тәҡдим индерелде.

Был мөрәжәғәт ҡала Советына ебәрелде. Тиҙҙән депутаттар ҡарар ҡабул итергә тейеш», — тине ҡала башлығы.

Ыңғай ҡарар ҡабул ителгән осраҡта, салют та күсерелә.

«Күмәкләп байрам ойоштороу ваҡыты етмәгән әле. Беҙҙә пандемияға ҡаршы көрәш дауам итә», — тине Өлфәт Мостафин.
Читайте нас