Новости
28 Мая 2020, 06:45

Эшһеҙҙәр һаны 2 миллионға етеп килә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында хеҙмәт баҙарының хәле буйынса кәңәшмә үткәрҙе. – Алдан әйтеүемсә, коронавирус эпидемияһы һәм уның менән бәйле сикләүҙәр, беҙ быны яҡшы беләбеҙ, донъялағы бөтә илдәрҙең иҡтисадына насар тәьҫир итте: ихтыяж төштө, эш әүҙемлеге кәмене, күп кооперация бәйләнештәре һәм инвестиция пландары туҡтатылды. Был беҙҙең иҡтисад тармаҡтарына, предприятиеларыбыҙға ла етди йоғонто яһаны, – тине ил етәксеһе.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин видеоконференция режимында хеҙмәт баҙарының хәле буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

– Алдан әйтеүемсә, коронавирус эпидемияһы һәм уның менән бәйле сикләүҙәр, беҙ быны яҡшы беләбеҙ, донъялағы бөтә илдәрҙең иҡтисадына насар тәьҫир итте: ихтыяж төштө, эш әүҙемлеге кәмене, күп кооперация бәйләнештәре һәм инвестиция пландары туҡтатылды. Был беҙҙең иҡтисад тармаҡтарына, предприятиеларыбыҙға ла етди йоғонто яһаны, – тине ил етәксеһе.

Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны артҡан, әлеге ваҡытта уларҙың һаны 1 миллион 900 меңгә еткән. Рәсәй Президенты көрсөк шарттарында эшен юғалтҡандарға ярҙам күрһәтелеүен дә белдерҙе. Иң беренсе йәһәттә – балалы ғаиләләргә. Ата-әсәләрҙең береһе йәки икеһе лә эшһеҙ ҡалған икән, эшһеҙлек буйынса аҡсанан тыш, һәр балиғ булмаған балаға 3 мең һум күләмендә өҫтәмә түләү ҙә буласаҡ. 1 июндән бала ҡарау буйынса минималь күләмдә пособие алған ата-әсәләрҙең аҡсаһы ике тапҡырға күтәреләсәк. Ә эшен юғалтып, 1 марттан мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеүсе граждандарға 12 мең 130 һум түләнәсәк. Ғаризаларҙы «Работа в России» порталы аша дистанцион рәүештә лә биреп була.

Читайте нас