+19 °С
Дождь


Таштамаҡтағы фельдшер-акушерлыҡ пункты өс ауылдан 1 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәсәк, Ҡорманай – Өршәк ауыл хакимиәтендәге 800-гә яҡын кешене. Элекке биналары 50-60 йыл элек төҙөлөп, күптән бик иҫкергән. Ә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары хәҙерге заман талаптарына яуап бирәсәк.
Республикабыҙҙа «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә быйыл 72 фельдшер-акушерлыҡ модуле алынасаҡ. Шуларҙың 57-һе – федераль, 15-е – республика ҡаҙнаһынан.