Новости
28 Апреля 2020, 07:00

Декларация кампанияһы өс айға оҙайтылды

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Декларация кампанияһын өс айға оҙайтыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.Һалым Кодексына ярашлы, 2019 йылдағы килемдәр өсөн 30 апрелгә тиклем декларация тапшырыу мотлаҡ ине. Ҡатмарлы эпидемиологик хәл менән бәйле, шулай уҡ иҡтисад үҫешенең ныҡлығын тәьмин итеү сиктәрендә һалым түләүселәргә һәм һалым агенттарына һалым декларацияларын, иҫәп-хисаптарҙы, бухгалтер (финанс) очеттар һәм башҡа документтарҙы тапшырыу ваҡытын өс айға тиклем оҙайтырға ҡарар ителде.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Декларация кампанияһын өс айға оҙайтыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Һалым Кодексына ярашлы, 2019 йылдағы килемдәр өсөн 30 апрелгә тиклем декларация тапшырыу мотлаҡ ине. Ҡатмарлы эпидемиологик хәл менән бәйле, шулай уҡ иҡтисад үҫешенең ныҡлығын тәьмин итеү сиктәрендә һалым түләүселәргә һәм һалым агенттарына һалым декларацияларын, иҫәп-хисаптарҙы, бухгалтер (финанс) очеттар һәм башҡа документтарҙы тапшырыу ваҡытын өс айға тиклем оҙайтырға ҡарар ителде.

Шулай итеп, 2020 йылда НДФЛ буйынса Декларация кампанияһы 30 июлгә тиклем оҙайтыла. Декларацияла иҫәпләнгән һалымды 15 июлгә тиклем түләргә кәрәк.
3-НДФЛ декларацияһын тапшырырға тейеш:
әгәр үткән йылда һалым түләүсе, мәҫәлән, күсемһеҙ милек һатһа, яҡын булмаған туғандарҙан ҡиммәтле бүләк алһа, лотерея отһа, милкен ҡуртымға бирһә йәки сит ил сығанаҡтарҙан килем алһа; шулай уҡ килемдәре тураһында шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, шәхси практика менән шөғөлләнеүсе адвокаттар һәм башҡалар отчет бирергә бурыслы.
Әгәр һалым агенты килем түләүҙә НДФЛ-ды тотмаһа, һәм һалым органына һалым тота алмауы хаҡында хәбәр итмәһә, бындай килемде үҙҙәре декларацияларға тейеш. Һалым агенты был бурысын үтәһә, һалым органы һалым түләүсегә белдереү ебәрәсәк, уның нигеҙендә 2020 йылдың 1 декабренән дә һуң түгел НДФЛ-ды түләргә кәрәк. Декларацияны иң һуңғы тапшырыу ваҡыты 30 июлгә тиклем, был һалым тотоп ҡалынған аҡсаға ҡағылмай. Был осраҡта декларацияны йыл дауамында йүнәлтергә була.
3-НДФЛ декларацияһын "Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты" ярҙамында онлайн тултырырға мөмкин. Электрон хеҙмәт яңырғандан һуң, быны тултырыу еңелләште. Ошо 6 осраҡтың береһен һайларға кәрәк:
1. милекте ҡуртымға биреүҙән килгән өҫтәмә килемде декларациялау;
2. күсемһеҙ милектән һалым тотоп ҡалыу (һатып алыуға/ төҙөлөшкә);
3. уҡыу өсөн социаль һалым ҡайтармаһы;
4. дауаланыуға һәм дарыу алыуға социаль һалым ҡайтармаһы;
5. шәфҡәтлелеккә киткән сығымдар буйынса социаль һалым ҡайтармаһы;
6. инвестиция ҡайтармаһы.
Читайте нас