Әгәр кеше һаулығына һәм ғүмеренә ысын ҡурҡыныс менән янаған объекттар тураһында билдәле булһа, район прокуратураһына ошо хаҡта хәбәр итегеҙ.
Балалар, бәлиғ булмағандар менән күңелһеҙ хәлдәрҙе, төрлө объекттарҙа ғәҙәттән тыш ваҡиғалар булдырмауҙы кәметеү маҡсатынан Салауат районы прокуратураһы тарафынан саралар күрелә. Шуға күрә район халҡына мөрәжәғәт итәбеҙ! Кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янаған объекттар тураһында түбәндәге адрес буйынса хәбәр итә алаһығыҙ: Салауат районы, Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт, телефондар: 8(34777) 2-04-58, 2-11-51.