15 апрелдә 12 ветеран ойошмаһы етәкселәре президенттан парадты күсереүҙе һораны. Уларҙың фекеренсә, сараны үткәргәндә һаулыҡ хәүефһеҙлегенә гарантия биреп булмай. Ветерандар уны икенсе ваҡытта, «эпидемиологик хәлгә ярашлы парад хәүеф түгел, ә ысын мәғәнәһендә тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек тантанаһы» булған саҡта уҙғарырға тәҡдим итте.