Стопкоронавирус.рф порталында хәбәр ителеүенсә, Рәсәйҙә бөгөн 27 938 ауырыу иҫәпләнә, уларҙың 2304-е һауыҡҡан, 232-һе вафат булған. Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә бөтәһе 3448 яңы осраҡ раҫланған, 34 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә илдә 318 кеше тулыһынса һауыҡҡан.