+14 °С
Облачно


Министр һүҙҙәренсә, аҡса Covid-19 диагнозы раҫланған пациенттар дауаланырға тейешле госпиталдәрҙе йыһазландырыу өсөн тотонола. Шулай уҡ тейешле ҡорамалдар һатып алына һәм кислородҡа тоташтырылған койкалар һанын арттырыу буйынса эштәр финанслана.
Бынан алда Максим Забелин, Башҡортостан дауаханаларында 700-гә яҡын үпкәне яһалма елләтеү аппараты бар, тип белдергәйне. Шулай уҡ портатив аппараттар, наркоз-тын алыу аппараттары бар.