+22 °С
Ясно


Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры ҡала мэры Өлфәт Мостафин ҡул ҡуйған документты алды.
Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының, Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров Башҡорт драма театрына 55 йыл хеҙмәт итте. Хәҙер ул Өфө ҡалаһының юғары наградаһы менән дә бүләкләнде.
«Актерҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Хәҙер Башҡорт драма театрында ике артист шундай маҡтаулы исемде йөрөтә — 2019 йылдың сентябрендә күренекле артист Нурия Ирсаева ла ошо абруйлы наградаға лайыҡ булды», — тине театр директоры Иршат Фәйзуллин.
Маҡтаулы исемде тапшырыу тантанаһы һуңғараҡ була, тип хәбәр иттеләр театрҙан.