Алдан пенсияға сығыу өсөн күп балалы әсәләргә 15 йыл страховка стажы талап ителә, бында баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләү шарт, әммә дөйөм 6 йылдан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ 50 йәштән пенсияға Себерҙә эшләүсе ике һәм унан күберәк балаһы булған ҡатындар һәм унда 12 йыл эшләү стажы булһа; инвалид бала ҡараған, уны 8 йәшкәсә тәрбиәләгән ата-әсә (опекун) сыға ала.
Пенсия законына ярашлы, өс һәм дүрт балалы ҡатындарҙың да ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығырға мөмкинлеге бар. Өс балалы әсә – 57 йәштән, дүрт балалы 56 йәштән сыға ала. Башҡортостанда биш һәм унан күберәк балаһы булған 54 ҡатынға ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнде.