

Был саралар “Эшҡыуарҙар башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты һәм “Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән.
Аҡсаның 106,21 миллион һумы ташламалы финанслауға һәм финанс баҙарына инеү мөмкинлектәрен киңәйтеүгә йүнәлтелә. 266 миллион һумдан ашыуы фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперацияларына ярҙам системаһын булдырыуға тотоноласаҡ. 32,4 миллион һум эшҡыуарлыҡты популялаштырыу өсөн кәрәк буласаҡ.
771 миллион һум бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерацияға (компанияға үҫешенең башланғыс этабында интенсив ярҙам күрһәтеү) тотоноласаҡ.