БСТ каналындағы “Алтын тирмә” тапшырыуы сәсәндәрҙе йыйҙы.
Сәсәндәр мәктәбенең эштәре тураһында һөйләргә, һәм үҙ-ара отҡорлоҡта ярышырға Ғафури, Салауат, Хәйбулла, Баймаҡ, Дәүләкән районы сәсәндәр мәктәбе етәкселәре, халыҡ сәсәндәре ҡатнашты. Беҙҙең райондан был бәйгелә үҙен һынап ҡарау бәхете халыҡ сәсәне Фларис Ғайсинға тейҙе.
Тапшырыу барышында сәсәндәр ярышып ҡына ҡалманы, ә унда бик матур фекер алышыу булды. Сарала ҡатнашыусылар сәсәндәр мәктәптәренең киләсәге тураһында һөйләште, әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәләренән һорауҙарға яуап бирҙе. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде. Ике команда ла һорауҙарға бер тигеҙ яуап биреп, конкурстан тик ыңғай тәьҫораттар ғына алды. Уларға матур-матур бүләктәр тапшырылды.