Новости
16 Марта 2020, 11:35

Һыу буйында – ир мәйете

Ял көнөндә Илтәй менән Комсомол араһындағы аҫылмалы күпер аҫтында 40 йәшлек ирҙең мәйете табылған.

Ял көнөндә Илтәй менән Комсомол араһындағы аҫылмалы күпер аҫтында 40 йәшлек ирҙең мәйете табылған.
Ҡотҡарыусылар бригадаһы килеп мәйетте һыуҙан сығарған һәм ирҙең кәүҙәһен туғандарына тапшырғандар.
Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәтенә ярашлы, ир төндә Йүрүҙән йылғаһына күперҙән йығылып төшкән булған. Үлемдең аныҡ сәбәбен билдәләү өсөн өҫтәмә эксперт тикшереүҙәре уҙғарыла.
Боҙ киткәндә, яҙғы ташҡын мәлендә үтә һаҡ булығыҙ! Йылғала боҙ ҡатламы төрлө ерҙә төрлөсә. Шуға күрә тәғәйен урындан – күперҙән генә йөрөргә кәрәк.
Читайте нас