Новости
10 Марта 2020, 07:00

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылды

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылды. Уларҙы Новосибирскиҙың «Вектор» институты ғалимдары уйлап тапҡан. Белгестәр 400-гә яҡын материалды тикшергән дә инде, улар араһында коронавирус асыҡланмаған.

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылды. Уларҙы Новосибирскиҙың «Вектор» институты ғалимдары уйлап тапҡан. «Башҡортостан» ДТРК-һы Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казакка һылтанып хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәр полимераза-сылбыр реакцияһы алымы менән үткәрелә. Һөҙөмтә һигеҙ сәғәттән үк әҙер була. Белгестәр 400-гә яҡын материалды тикшергән дә инде, улар араһында коронавирус асыҡланмаған.

Бер үк ваҡытта өлгөләрҙе тикшереү өсөн Новосибирскиға ебәрәләр, шул рәүешле табиптар вирустың булыуы йәки булмауы хаҡында ике һөҙөмтә ала.

Читайте нас