+15 °С
Облачно


23 марттан 9 апрелгә тиклем киләһе йыл модель китапхана асыуға ғариза бирергә мөмкин. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл модель китапханалар Благовар, Дүртөйлө, Туймазы райондарында барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы асыуға федераль ҡаҙнанан 20 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Модель китапханаларҙың маҡсаты – райондарҙағы халыҡты мәғлүмәттәр менән даими таныштырыу, китапхана хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу.