Новости
3 Марта 2020, 07:20

БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫНА АККРЕДИТАЦИЯ БАШЛАНДЫ

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова аҙналыҡ брифингта сығыш яһағанда VI Бөтә донъя фольклориадаһына аккредитация башланыуын хәбәр итте.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова аҙналыҡ брифингта сығыш яһағанда VI Бөтә донъя фольклориадаһына аккредитация башланыуын хәбәр итте.

– Инеш өлөш аҙағында бөгөн халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа туранан-тура бәйләнеше булған ҙур мәҙәни сара тураһында алдан белдергем килә. 18 июлдән 1 августҡа тиклем Башҡортостан республикаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Был Рәсәйҙәге ҙур сара бер нисә этапта ойошторола. Асыу тантанаһы 18 июлдә Өфөлә үтә, ә 19 июлдә милли кейемдәрҙә бөтә ҡунаҡтарҙың йөрөшө көтөлә. Нәҡ ошо аҙнанан Рәсәй һәм сит илдән килеүсе киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн аккредитация асыла, – тип белдерҙе ул.

Әйткәндәй, фольклориадала 85 илдән 3 меңдән ашыу вәкил ҡатнашасаҡ. 14 көн буйына илдәр, төбәктәрҙең коллективтары бер-береһе менән мәҙәниәт ярҙамында аралашасаҡ.

Читайте нас