+10 °С
Облачно


Беренсе үҙәк Өфөнөң 13-cө һанлы дауаханаһында асылды. Киләһе 2021 йылда стационарҙарҙағы лабораторияларҙы ла тоташтырыу күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта стационарҙарҙа экспресс-лабораториялар ҡаласаҡ.
"Дауаланыусы үҙенең анализ һөҙөмтәләрен онлайн күрә аласаҡ. Гаджеттарҙан, электрон почта, дәүләт хеҙмәттәре порталындағы кабинет аша. Иң мөһиме – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә. Был анализдар юғалмаясаҡ, махсус порталда һаҡланасаҡ", - тип билдәләне БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.