Новости
19 Февраля 2020, 06:55

Владимир Путин "власть партияһы"на нимә ҡушты?

Рәсәй Президенты Ново-Огареволағы резиденцияһында "Берҙәм Рәсәй" партияһының Дәүләт Думаһындағы фракцияһы лидеры Сергей Неверовты ҡабул итте.

Рәсәй Президенты Ново-Огареволағы резиденцияһында "Берҙәм Рәсәй" партияһының Дәүләт Думаһындағы фракцияһы лидеры Сергей Неверовты ҡабул итте.

Осрашыуҙа һүҙ ҡануниәт эшмәкәрлеге хаҡында барҙы. Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса ла арыу ғына һөйләштеләр. Неверов Путинға, Думалағы дүрт фракцияны ла йыйып алһағыҙ ине, тигән теләген дә белдерҙе. Сөнки һәммәһенең дә өҫтәмә фекерҙәре бар.

- Ярай, - тине Президент. - Графигымды ҡарайым да, оҙаҡҡа һуҙмай осрашып алырбыҙ.

Неверов тағы ла пенсионер-опекундарҙың пенсияһын индексациялау мәсьәләһен күтәрҙе. Яҙғы сессияла был темаға проектты тәҡдим итмәкселәр. Йәнә бер мәсьәлә - торлаҡ-коммуналь түләүҙәр өсөн банкта алған комиссиялар тураһында. Айырыуса өлкәндәргә был ҙур сумма кеүек килеп сыға.

- Шул турала Үҙәк банк менән һөйләшергә ине, - тине фракция етәксеһе. - Беҙгә булышлыҡ итегеҙ әле, тәҡдимдәр әҙерләрбеҙ.

- Әҙерләгеҙ, әлбиттә, - тине Владимир Путин.

Тимәк, хупланы инде.

Читайте нас