“Бөйөк Ватан һуғышы миллионлаған кеше ғүмерҙәрен өҙә, юғалтыуҙар һәр ғаиләгә ҡағыла. Был тарихи һәм ҡот осҡос йылдар алыҫлаша һәм тарихта ҡала. Ветерандар сафы көндән-көн һирәгәйә. Тимәк, тере хәтер ҙә юғала бара. “Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай” тигән һүҙҙәр бер ҡасан да актуаллеген юғалтмаясаҡ. Шуға ла кешелек хәтерен уятыу – беҙҙең бурыс”, – тип хәбәр итәләр үҙәк район китапханаһының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә.
Үҙ хәбәрсебеҙ.