

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева һүҙҙәренсә, медицина ойошмаларын һанлаштырыу – медицина документтарының берҙәм базаһын булдырыуға ҙур аҙым. Мәғлүмәттәр буйынса, пациенттарҙың 5 миллионға яҡын электрон медицина карталары бар. Ә бит хәстәханаларҙа, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында интернет селтәре булдырылыуы табиптарға видеоконференция форматында консультациялар үткәрергә мөмкинлек бирә.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә «Һанлы контур» проекты ла индерелеүен дә белдерҙе. Был иһә медицина ойошмаларына тулыһынса электрон документ әйләнешенә күсергә мөмкинлек бирә.