Новости
14 Февраля 2020, 07:40

МИЛЛИ ПРОЕКТТАР ХӨКҮМӘТ ИҒТИБАРЫ ҮҘӘГЕНДӘ

Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин милли проекттарҙы финанслау графигын теүәл үтәргә саҡырҙы.Был хаҡта ул стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Президент эргәһендәге Совет президиумы ултырышында белдерҙе.– Финаслауҙы ваҡытында бүлеү, уны йыл аҙағына ҡалдырмау зарур, – тине хөкүмәт башлығы.

Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин милли проекттарҙы финанслау графигын теүәл үтәргә саҡырҙы.

Был хаҡта ул стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Президент эргәһендәге Совет президиумы ултырышында белдерҙе.

– Финаслауҙы ваҡытында бүлеү, уны йыл аҙағына ҡалдырмау зарур, – тине хөкүмәт башлығы.

Былтыр ҡайһы бер проекттар буйынса йүнәлтелгән аҡса ваҡытында үҙләштерелмәгән һәм быйылға ҡалдырылған: «Ләкин 2020 йылда бындай күренештәргә юл юҡ”, – тине етәксе. Ултырыш барышында, милли проекттарҙың үтәлешен тикшереү өсөн мәғлүмәт-аналитика системаһының төҙөләсәген дә билдәләне. Милли проекттар буйынса башҡарылған эштәргә ревизия үткәреүҙе йөкмәтте.

Читайте нас