+29 °С
Ясно


Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, тағы 15 кабинеттың махсус лицензияһы бар, һигеҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ҡарала.
«Ошо мәктәптәрҙә теш табибы кабинеттары асыу өсөн һеҙгә 1 мартҡа тиклем ваҡыт бирәм», — тине республика етәксеһе.
«Сәләмәт йылмайыу» модулен индереү эше Башҡортостан башлығы тәҡдим иткән «Үргә ос!» мәғариф проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә башланды. Ошо проект сиктәрендә 800-ҙән ашыу уҡыусы белем алған мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары булдырыла. Уҡыусылар һаны аҙыраҡ булған мәктәптәр теш табибына поликлиникаға бара.