+15 °С
Облачно


Декрет ялындағы әсәләргә бушлай өҫтәмә белем биреү йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеге биргән махсус программа “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла. Унда рәсми эш урыны булған, өс йәшкә тиклем бәпесен ҡарау ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
2020 йылда өс йәшкә тиклемге бәпесе менән декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген биреү өсөн 75,8 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шуның 72,6 миллион һумы федераль бюджеттан алынасаҡ. Үткән йылда был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 3,8 миллион һум аҡса тотонолған, 545 йәш әсә белем алған.