Новости
12 Февраля 2020, 07:17

Рәмигә

Бөгөн, 12 февралдә, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми ҒАРИПОВтың тыуған көнө.Шуның уңайынан Яхъя ауылынан һәүәҫкәр шағирә Мәҡсүдә Сәйфетдинованың шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Бөгөн, 12 февралдә, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми ҒАРИПОВтың тыуған көнө.
Шуның уңайынан Яхъя ауылынан һәүәҫкәр шағирә Мәҡсүдә Сәйфетдинованың шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Рәмигә

Бөгөн һинең тыуған көнөң.
Урамдарҙа ҡыштың шаҡайы.
Аңды ярып дүрт һүҙ баҫа:
Февраль. Буран. Шағир. Аҡ ҡайын.

Йәнле ынйыларҙан хылҡың йөрәгендә
Йырлы,моңло ялҡын ҡабыҙҙы.
Белдең микән үҙ ҡулдарың менән
Иҫтәлеккә һәйкәл ҡалдырҙың.

Әйе, һәйкәл – һин ултыртҡан ҡайын
Гөрләп япраҡ яра яҙ һайын.
Һинән беҙгә ҡалған тере мираҫ –
Баҡсабыҙҙа үҫкән аҡ ҡайын.

Һинен ҡулдар наҙлап, иркәләп,
Яратҡандыр зифа ҡайынын.
Бәлки, илһам алып дуҫҡайыңдан,
Моңға, наҙға, хискә быйының.

Килгән һәр кем ошо ҡайынды:
«Һаумы, Рәми!», – тиеп сәләмләй.
Тулҡынланып бәүелеп суҡ ҡайын
Башын ҡаға яуап биргәндәй.

Бында иман,илһам шишмәһе
Ағылғандай күктән, юғарынан.
Урман, ҡырҙар, йылға, тауҙары
Рәми рухы менән һуғарылған.

Шыптыр, шыптыр килеп серләшеп
Ҡайын япраҡтары шаулайҙар.
Әйтерһен дә, көн-төн шыбырлашып,
Рәми йырын улар йырлайҙар.

Ҡошсоҡтары сут-сут һайраша,
Офоҡта таң ата ҡыйылып.
Тоғро дуҫы – яңғыҙ ҡайынға
Рәми тора кеүек һыйынып.

Бөҙрә сәсен тарап, иркәләп
Таң елдәре наҙлап иҫәләр.
Рәми йылмайыуы күҙ алдында,
Көләс күҙҙәр иҫкә төшәләр.

Халыҡ шағирының иҫтәлеге
Үҫһен ҡайын, үҫһен! Йәшәһен!
Быуындарҙа бөйөк Рәми рухы
Яҡты шаңдау булып йәшнәһен!

Мәҡсүдә СӘЙФЕТДИНОВА.

Яхъя ауылы.

Читайте нас