“Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы аша тормошҡа ашырыла. Янғантау урта мәктәбе 2017 йылдан ошо программаға кергән.
– Беренсе кластан 20 баланы ошо йүнәлеш буйынса уҡытабыҙ. Хәҙер улар – 3-сө класта. Уҡыусылар аҙнаһына 6 сәғәт өҫтәмә физик культура менән шөғөлләнә. Мәктәп программаһы буйынса тағы 3 дәресте өҫтәһәң, дөйөм улар 9 сәғәт физкультура менән мәшғүл булып сыға. Проект етәксеһе – уҡытыусы Айҙар Динисламов, – ти мәктәп директоры Фирғәт Ғимранов.
Яңыраҡ Янғантау урта мәктәбе БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проектына инеүен раҫлаусы Таныҡлыҡ алды.
– Ошо проект буйынса матди-техник базабыҙҙы нығытасаҡбыҙ. Министрлыҡ аша финанс ярҙам бүленеп, спорт инвентарҙары ҡайтарыласаҡ, – тип аңлатты Фирғәт Факил улы.
Мәктәптә спорт, физик культура менән шөғөлләнеү өсөн балаларға тейешле шарттар тыуҙырылыуы сәләмәт быуын тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк.