Новости
7 Февраля 2020, 08:55

Икеләтә табыш

Төнө буйы йоҡлай алмайынса ятты Тауил, нисектер үткәндәре (нәҡ йырҙағыса: танышыуҙар, ҡауышыуҙар, айырылышыу һағыштары) күҙ алдына килеп, иҫенә төшөп яфаланы. Етмәһә, Шарик, бер туҡтауһыҙ тиерлек сәркелдәне.

Төнө буйы йоҡлай алмайынса ятты Тауил, нисектер үткәндәре (нәҡ йырҙағыса: танышыуҙар, ҡауышыуҙар, айырылышыу һағыштары) күҙ алдына килеп, иҫенә төшөп яфаланы. Етмәһә, Шарик, бер туҡтауһыҙ тиерлек сәркелдәне.
Әллә сылбырына уралып, быуылып ятамы икән тип, ҡара икмәк телеп алып эте эргәһенә сыҡты. Шарик тәртиптә ине. Икмәкте уға бирҙе лә өйөнә кире инеп ятты. Оҙаҡ та үтмәне, Вискасы (Вискас тигәндән, бесәйенә һеңлеһенең улы шулай исем ҡушты) мыр-мыр килеп Тауилға һырыҡты. Иҙәнгә төшөргән һайын менде лә ятты. Тыштан ингәйне, өшөгәндер күрәһең, ә бер аҙ йылынғас, кирелеп-һуҙылды.
Диванда, уңға-һулға әйләнгәндә-тулғанғанда, уның күңелен, ниндәйҙер үкенес “ҡыра” башланы. Күтәрмәһенә сығып бер нисә мәртәбә тәмәке лә тартып ҡараны, күңел бошонҡолоғон баҫа алманы.
Төн тып-тын, буран юҡ, хатта ел дә иҫмәй. Әлеге лә баяғы Шарик ҡына тыныс түгел, өрөп-өрөп ала. Әллә бүтән эттәргә яуап бирәме икән, “иҫән әле, мин артыҡ ҡарт түгелмен” тигән кеүек. Бүреләр йөрөй тиһәң, эттең тыны ла сыҡмаҫ ине. Ни өсөн тиһәң, өйөрө менән йөрөгән йыртҡыстарға бәйҙәге эттең нисек көсө етһен? Мәрхүм атаһы шулай тип әйтә торғайны.
Төрлөсә бәргеләнеп, тәки таңды арттырҙы Тауил, йыуынып, иртәнге ашты ашағас, термосына сәй тултырҙы, бутербродтар әҙерләп рюкзағына һалды. Келәткә инеп саңғыларын, ҡармағын, йәшниген, ау-мылтығын, ҡапҡан алды. Әҙерләнеп бөтөп, саңғыларын кейә башлағас, үҙенә ҡарап, ҡойроғон болғап торған эте шыңшый башланы.
“Ярай-ярай, Шарик, тик кенә тор, барырһың, эйәртәм. Иң беренсе булып урманға тоҙаҡ ҡороп сығайыҡ, беҙгә бүре булмаһа ла, һис юғы ҡуян да ярай. Ә унан иркенләп, йылға буйына төшөп, балыҡ ҡармаҡларбыҙ. Эләгәме, юҡмы, уныһы мөһим түгел. Һауа булһа ла алмаштырып ҡайтырбыҙ, яраймы”, – тине этенә Тауил, уның башынан һыйпап. Унан иң башына мылтығын элеп, арҡаһына рюкзак, йәшник аҫып, тоҙаҡты уң ҡулына тотоп, артынан саңғы эҙҙәре ҡалдырып, урман янына табан юл тотто.
Шарик, ҡарҙы еҫкәй-еҫкәй, алға сапты. Байтаҡ ҡына ара үткәс, башын күтәреп ҡараны ла, “хужаһыҙ нимә эшләй алам” тигән һымаҡ, эргәһенә йүгереп килде. Тауил тирә-яҡҡа, аҡлыҡҡа һоҡланып ҡарап торҙо ла юлын дауам итте. Урман эсенә, төпкә ингән һайын ҡар мул. Ағастар ҙа төп-төҙ баҫып, сәләмләгән һымаҡ. Ә ҡарағайҙар ебәк пәрҙә ябынған төҫлө, әйтерһең, туйҙағы кәләш! Ысынлап та, һоҡланғыс күренеш! Уларға һоҡланмаһаң... хисһеҙ булырға кәрәк. “Туҡта-туҡта, һиңә ҡапҡан ҡуйырға кәрәк, иркенәйеп китмә”, – тине үҙ-үҙенә Тауил.
Тоҙаҡты үҙенә генә таныш, уңайлы ергә ҡуйҙы. Хәтерендә әле, тап ошо урында ҡуян аулауҙары. Әллә берәй сихырлы урынмы икән?
“Кит-кит, ҡамасаулама, эште бушҡа ебәрә күрмә. Булһа булыр, булмаһа юҡ, балыҡтан ҡайтҡанда юрый ғына ҡарап китербеҙ, эйе бит, Шарик”, – тине хужаһы. Эт сыйылдап алды. “Яҡшы! Буш ҡайтмаһаҡ, икеләтә “байрам” булыр ул, “байыясаҡбыҙ”. (Тауил, этен кешенән дә яҡшыраҡ аңлай, инде нисә йыл балыҡҡа, ауға һәм башҡаһына бергә йөрөйҙәр).
Күршеһе Мәфрүзә әбей һөйләнеп торҙо өсөнсө көн. “Аҙыҡ-түлек алырға кибеткә барғайным, Гөлширә: “Ирем, эштән ҡайтышлай, ете баш бүре күргән. Күҙҙәрен ялтыратып, юлды арҡыры сыҡҡандар. Ә ул, машинаһының фараларын һүндереп, уларға юл биргән. Бүреләр ошо юлды сығып бөткәс кенә, машинаны ҡабыҙып ҡуҙғалып киттем. Ныҡ ҡурҡтым”, – тип әйткән икән.
Яҡтырҙы. Улар балыҡҡа киттеләр. Иртәрәк бармаһаң, Силәбе яҡтарынан балыҡсылар, машиналары менән киләләр ҙә, йылғаны баҫып алалар. Палаткалар ҡороп, усаҡ яғып, аш бешереп, көнө буйы мәш киләләр.
Тауилды күреп, иң башындағы мылтығын шәйләгәс, “УАЗ”иктағыһы: – Земляк, ты местами перепутал, здесь рыбу ловят, – тип көлөп ҡаршы алды.
– Не переживай, я как раз из леса.
– А где дичь?
– Ждет. За одно и порыбачить решил.
– Молодец! Башковитым оказался.
Үҙенә килешле урын һайланы Тауил. Атаҡ, балыҡҡа килгән, боҙ тишергә бырау ҙа алмаған даһа... Ҡабаланып сығып киткәйне шул, ни Шарик тынғыһыҙланды...
“Ниәтләп килгәс, балыҡһыҙ ҡайтмайыҡ, ҡайҙа әле теге “УАЗ”дан (исемен белмәгәс, шулай тейер инде) бырау һорайыҡ, Шарик, урыныңда ғына тор, әтеү ҡурҡытырһың”, – тип уға табан атланы.
– Бер нисә минутҡа бырауыңды биреп тор әле, онотҡанмын, ашыҡ-бошоҡ сығып китеп, – тип аҡланды.
– Да-да, пожалуйста, ради Бога! Возьмите, – тине Силәбе кешеһе.
Балыҡ шәп эләгә ләһә. “Шар” мәгәр. Алабуға, ҡомтой (пескарь), сабаҡтарҙы ҡармаҡты һалыу менән тартып алып ҡына тораһың. Бик шәп бит әй! Яңы балыҡсының күңеле күтәрелеп китте (ишеткәне бар ине шул, һыу буйына килһәң, асыу, үпкә-һағыштарың бөтөнләй онотола тип, ысынлап та, шулай икән!).
Бөтә донъяһын онотоп балыҡ сүпләгәндә, кинәт ашағыһы килеп китте. Сәғәтен ҡарағайны – төш ваҡыты еткән. “Асыҡманыңмы, Шарик, әйҙә-әйҙә, тамаҡ ялғап алайыҡ. Йоҡлап ятма, төнөн кәрәк ине”, – тип рюкзагын аса башланы.
Эте телен һәлендереп, эргәһенә килеп тә етте. “Бына һиңә”, – тип уға Тауил балыҡ ырғытты. Икмәк тә әҙерләп ҡуйҙы. “Әрһеҙләнмә, өлөш сығарырмын. Эштәребеҙ күп әле беҙҙең, ҡабат урманды әйләнәһе бар. Ҡапҡанды ҡарарбыҙ. Ә иртәгә һиңә бер кәстрүл аш бешереп ашатырмын, был алабуға-сабаҡтарҙы нишләтәһең? Әлегә риза булып тор, яраймы,” – тине хужаһы. Тоғро дуҫы һау-һаулап, ҡулын ялап алды.
“Шарик, әҙерлән, ҡайтырға кәрәк, ризаһыңмы? Ҡабат урманға ла инәһе бар. Теүәлләйек, икенсе ваҡыт килербеҙ. Бөгөнгөһөн үҙең беләһең, эс бошҡанға ғына. Беҙҙең кискелеккә бер нәмә лә бешерелмәгән, көнө буйы мейескә яғылмаған, бесәй “дуҫың” да астыр”, – тип Тауил ҡоралдарын йыйнай башланы. Улар ҡайтыу юлына табан, дөрөҫөрәге, килгән яҡҡа боролдолар.
Поезд рельстары кеүек һалынған иртәнге эҙҙәр урман эсенә алып кереп китте. Моронон күтәреп тә ҡарамаған Шарик, ҡапҡанға табан яҡынайғас, үрһәләнеп өрә башланы. “Әһә, берәй йәнлек эләккәндер, тиккә намыҫлығын юғалтмаҫ ине”, – тип уйланы.
Яҡын килһәләр, нимә күрһендәр... бүре эләккән дә баһа! Үҙе ҡот осҡос, һоп-һоро, һирәк тештәрен ыржайтып ята. Артҡы һул аяғы менән ҡойроғо эләккән ҡапҡанға. Хәле бөтөп, күҙҙәрен йомоп ятҡан бүре, уларҙы күреү менән, олоп ебәрҙе. Тәне сымырлап ҡуйҙы, әйтерһең, ут ялҡыны көйҙөрөп алды. Үҙе лә аңғармаҫтан, мылтығы менән атып ебәрҙе. Башына тейгән икән, ҡыҙғаныс олоу менән бергә, алғы аяҡтарын сәбәләндереп, хайуан йән бирҙе. Эт тә, әллә ниндәй өндәр сығарып, Тауилдың тирәһендә әйләнеп йөрөй башланы.
“Булды-булды, бөттө-бөттө, йә уйла, был табышты нисек алып ҡайтабыҙ? Беләм, беренсегә бүре күреүең. Ҡурҡыныс артта ҡалды”. Ул үҙе лә ҡарт булған. Өйөр башлығы уны ҡыуып ебәргән. Ҡамасаулама “тигәндер”. Шарик хужаһына ҡарап торҙо ла, шып-шым ҡалды.
“Тә-ә-әк, иҫкә төштө, йәшниктә арҡан бар бит. Әйтмәйһең дә Шарик, улай ярамай инде. (Тауил бик йыш, шулай эт менән һөйләшә). Ҡараңғы төшкәнсе, өйгә табан ыңғайлайыҡ”, – тине.
Ике метр самаһы арҡанды һүтеп, бүренең кәүҙәһен урап алып, үҙенең биленә бәйләне һәм ауылға ҡарай тәпәйләнеләр. Ҡар өҫтөнә тамып барған ҡан тамсылары ҡып-ҡыҙыл балан емештәрен хәтерләткән һымаҡ ине.
Ауыл өйҙәре күренә башлауға Тауилдың күңелен йәнә моң-һағыш, күңелһеҙлек өйкәй башланы. Бөгөн дә йоҡлап булмаҫ, ахыры, тип уйлап ҡуйҙы ул.
Илбарис Сәлимхан.
Тирмән ауылы.
Читайте нас