Мөрсәлим мәктәбенең Яңы йылға әҙерлеге ишек алдынан башлана.
Уҡыусыларҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы ала, был һындарҙың төндәрен матур уттары емелдәй. Мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ольга Санникова хәбәр итеүенсә, байрам алды кәйефен уҡытыусылар менән бындағы хеҙмәткәрҙәр булдырған.
Ғөмүмән, Мөрсәлим ауылында Яңы йылды яҡшы итеп ҡаршыларға йыйыналар. Ауылға ике шыршы ҡуйып, улар матур итеп биҙәлгән. Бының хаҡта беҙгә Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садиҡов һөйләне.