Новости
27 Ноября 2019, 08:55

Арҡауылда шыршы ҡуйғандар

Яңы йылға әле теүәл бер ай ҡалһа ла, байрам кәйефе һиҙелә.

Яңы йылға әле теүәл бер ай ҡалһа ла, байрам кәйефе һиҙелә.
Арҡауыл ауылы балалар майҙансығына шыршы ҡуйылған. Ун метрлыҡ бейеклектәге ҡупшыҡайҙы ауыл советы депутаты Илдар Харисов үҙ ихатаһынан килтергән. Әлегә ул биҙәлмәгән.
Әйткәндәй, быйыл балалар майҙансығының тирә-яғы ла яңы ҡойма менән кәртәләп алынды.
Гөлшат Рәйесова.
Читайте нас